Мәҙәниәт
29 Июня 2022, 11:05

“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы

Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡылҡумыҙ класы уҡыусылары Ләйлә Шәйәхмәтова һәм Гөлсөм Йосопова Өфөлә урынлашҡан “Аврора” профилле лагерында ял итте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы
“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы

14-25 июндә Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Ләйлә Шәйәхмәтова, Гөлсөм Йосопова, Алһыу Нияҙғолова, Илзидә Зыяҡаева, Амин Йәнбирҙин һәм Нурсилә Сафина  Өфөлә Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль белем биреү гимназия-интернаты базаһында  урынлашҡан “Аврора” профилле лагерында ял итте һәм бер юлы музыкаль белемен камиллаштырыу, инструментта уйнау оҫталығын арттырыу буйынса профессиональ остаздарҙан һабаҡ алды. Әйткәндәй, беҙҙең район балалары йәш таланттарҙың республика конкурсы йомғаҡтары нигеҙендә былтыр ҙа ошо сменаға эләккәйне.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы
“Аврора” йәш таланттарҙы йыйҙы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас