+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2022, 15:40

Сибай сәхнәһендә – премьера

Сибай дәүләт башҡорт театрында Дауыт Юлтыйҙың "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" повесы буйынса яңы спектакль сәхнәләштерелә.  

Сибай сәхнәһендә – премьера
Сибай сәхнәһендә – премьера

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тиҙҙән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрында башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" повесы буйынса Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһында яңы спектакль сәхнәгә сыға. Ул «Мәҙәниәт» милли проектының (национальный проект “Культура”) «Мәҙәни мөхит» федераль проектына ярашлы,  “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты буйынса ҡуйыла.

Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, сценарий авторы -яҙыусы, сценарист, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзының ағзаһы, Шәйехзада  Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев, хореограф - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, режиссер ярҙамсыһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Вәлиев.

Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр кемебеҙҙең күңеленә лә үтер, фәһемле лә булыр.

Был һорауҙарҙың барыһына ла яуапты "Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы" повесы буйынса ҡуйылған тамашаны ҡарап сыҡҡандан һәр кем табасаҡ. Шуға күрә премьеранан ситтә ҡалмағыҙ, ул 6 июлдә Сибай сәхнәһендә була!

Фото һәм сығанаҡ: Сибай театры сайтынан.

Автор:
Читайте нас: