Мәҙәниәт
20 Июля 2022, 05:10

Ил башлығынан юғары награда

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры Риф Сәйфуллинды ҡотлайбыҙ!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын наградаланы. 

Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры Сәйфуллин Риф Ғәли улы ла бар. Театр өлкәһендәһе юғары ҡаҙаныштары өсөн Риф Ғәли улына «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Ул 1949 йылдың 4 октябрендә Архангел районының Муллаҡай ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, 1973 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Хөрмәтле Риф Ғәли улын оло исем алыуы менән ҡотлайбыҙ!

#ВладимирПутин

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас