Мәҙәниәт
21 Июля 2022, 03:40

Башҡортостан моделле китапханалар буйынса алдынғы

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса отчет мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда илдең 79 төбәгендә 305 моделле китапхана асылған.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уҙған йылда Башҡортостанда 10 китапхана яңыртылған (Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Учалы, Саҡмағош райондары). Йыл һайын был программала ҡатнашҡан иң әүҙем төбәктәрҙе билдәләп киләбеҙ, үткән 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы алдынғы булды, унда 10 заманса моделле китапхана асылды, - тип билдәләне Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Төбәк сәйәсәте, мәғариф һәм проект идаралығы департаменты директоры урынбаҫары Лидия Федякина.

    Яңыртыу барышында китапханалар заманса ҡорамалдар, юғары тиҙлектәге интернет менән йыһазландырыла, федераль электрон ресурстар менән тәьмин ителә, уларҙа китап фондтары яңыртыла, уҡыусылар өсөн шарттар булдырыла. Китапханаларҙа эшләү, ял итеү һәм аралашыу өсөн уңайлы урындар барлыҡҡа килә. Башҡортостан был проектта  ике йыл ҡатнашып килә һәм ошо осорҙа бөтәһе 14 моделле китапхана булдырылған. Был китапханалар республика мәҙәниәт учреждениелары араһында төрлө проекттарҙы үҫтереү буйынса лидерҙар, ҡыҙыҡлы акциялар һәм саралар инициаторҙары булып тора икән. «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу осоронда Башҡортостанда тағыла 20-гә яҡын заманса китапхана асыу күҙаллана, тип хәбәр итә  Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас