Белеүебеҙсә, Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта көн итә, улар 150 телдә һәм диалектта һөйләшә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 193-тән ашыу милләт иҫәпләнә. Һәм 277 төр тел һәм диалекты бар икәне билдәле.
“Мин һине яратам” тигән һүҙ илебеҙҙең төрлө халыҡтары телдәрендә нисек яңғырай? Беҙ бер - беребеҙҙең йолалары, ғөрөф – ғәҙәттәре менән танышмы, яҡшы беләбеҙме?
Телетапшырыуҙар алып барыусылар һәм блогерҙар Иван Чуйков, Екатерина Мускатина, Александр Соколов әҙерләгән «Национальность.ru » тип аталған яңы шоу ошо хаҡта һөйләй. Шоу сиктәрендә улар илдең төрлө мөйөштәрендә булып, халыҡтар менән аралашып, унда йәшәүсе халыҡтың үҙ милләтенә хас булған стереотиптарына ысынбарлыҡта тап килеү-килмәүен асыҡлаясаҡ. Программала урындағы халыҡтарҙың аш-һыуы, милли кейемдәре, бейеүҙәре һәм шөғөлдәре тураһында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар әҙерләнәсәк.
Әлеге көнгә, туғыҙ тапшырыу донъя күргәндә инде. Алда, Рәсәй халыҡтары тураһында йөҙҙән ашыу тапшырыуҙар әҙерләргә ниәтләйҙәр, проект авторҙары.
Ошондағы, файҙалы һылтанмалар аша, төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәте менән таныша барырға була:
- https://vk.com/nationalityru
- https://zen.yandex.ru/nationalityru
- https://www.youtube.com/channel/UCDlYDrt0ZEaSQ9yQ5tCw..