Бөгөн Ейәнсурала “Ҡош юлы” фестивале төштән һуң ҡатнашыусыларҙы теркәү, урынлаштырыу эштәре менән башлана.
29-31 июль, өс көн рәттән, “Ҡош юлы”ның тоғро дуҫтары тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғып, палатка ҡороп фестивалдең 10 йыллығын тәбрикләйәсәк. Әйткәндәй, “Ҡош юлы” -–айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалаған фестиваль. Музыкаль өлөштән тыш йыйылғандарҙы төрлө спорт уйындары, квест көтә.
Быйылғы “Ҡош юлы” йылдағыса конкурс форматында уҙмай, ул төрлө йылдарҙа еңеүсе, лауреат булған гитарала уйнап йырлаусыларҙы, автор-башҡарыусыларҙы һәм шағирҙарҙы бер сәхнәгә туплауы менән әһәмиәтле.
Фестивалдең беренсе көнө, йәғни бөгөн - 29 июль, төштән һуң ҡатнашыусыларҙы теркәү, урынлаштырыу эштәре менән башлана. Икенсе көнө, "10 йыл – 10 саҡрым", тигән девиз аҫтында марафон үтә. Йүгереү 30 июль 9.00 сәғәттә "Аманат" кафеһы янында башлана. Күрше Таҙлар ауылына тиклем йүгереп, кире кафе янына ҡайталар. Еңеүсе-еңелеүселәр билдәләнмәй. Һәр ҡатнашыусы футболка һәм миҙал менән бүләкләнәсәк.
Шулай уҡ билдәле блогер Рәис Ғәбитов йәштәргә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу уҙғарасаҡ. Төрлө спорт уйындары, ColorFest, “Ҡош юлы" геройҙары уҙышы” була. Киске сәғәт 7-лә барыһын да сәхнә тирәләй сағыу концерт программаһын ҡарарға йыясаҡтар.Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Ямалов, Илгиз Муллағәләмов, Револь Ғималов, Нәжиб Юлдашбаев, Миңзәлә Яхина, Айгөл Шәмсетдинова кеүек гитара моңона ғашиҡтарҙы ижады менән әсир иткән йырсылар һәм “Тамыр” телеканалының “Ҡош юлы – Балалар” проекты ҡатнашыусылары сығыш яһаясаҡ.31 июлдә тәбиғәт ҡосағында ял итеп күңелдәре булған ҡунаҡтар Ҡыҙылташ яланын таҙартып, ҡайтыр юлға сығасаҡ.
2012 йылда “Ҡош юлы” республика башҡорт бард фестивале башҡорт йәштәре өсөн туған телендә аралашыр айыҡ мөхит, милли мәҙәниәткә һәм шиғриәткә ғашиҡтарҙы берләштерер майҙансыҡ булараҡ ойошторола. Инде 10 йыл башҡорт теленә, гитара моңона, шиғриәткә битараф булмағандарҙы бер майҙанға туплай ул. Фестивалгә билдәле журналист Азамат Юлдашбаев тарафынан нигеҙ һалына, ул 2016 йылға тиклем фестивалде етәкләп килгәс, теҙгенде Тимур Йосоповҡа тапшыра. Бөгөн хәрәкәтте Шәфҡәт Ғәбитов етәкләй.