+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Август 2022, 08:00

Сикһеҙ шат һәм рәхмәтлеләр

Алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәр концерт, тамашалар ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шат һәм рәхмәтле.

Сикһеҙ шат һәм рәхмәтлеләр
Сикһеҙ шат һәм рәхмәтлеләр

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2021 йылда Дыуан районына “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңы автоклуб ҡайтарылғайны. Алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәр концерт, тамашалар ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шат һәм рәхмәтле.

Салғыя ауыл мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән үҙешмәкәр артистар Мәтәүле ауылында концерт программаһы менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Төрлө ергә барып концерт ҡуйыу артистарҙың үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ.  Башҡа ауыл кешеләре менән аралашыу, һәләтеңде күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Ихлас публика өсөн яңынан-яңы номерҙар уйлап табып бүләк итеү, ҡыуандырыу теләге тыуа. Был юлы ла тамашасылар Салғыя ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары – “Узорица” халыҡ вокаль ансамбле, “Сюжет” театр берпләшмәһе, “Сфера” бейеү төркөмө, “Забава” төркөмө сығыштарын алҡыштарға күмде. Халыҡ артистарға рәхмәтен еткереп, тағы ла саҡғырып ҡалды.

Фото –  Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-08-02/avtoklubty-fay-a-y-ur-2895553 

Автор:
Читайте нас: