+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Август 2022, 08:55

Түҙемһеҙлек менән көтәләр

Тәтешле районының Шулған ауылы мәҙәниәт йортонда йүнәтеү, төҙөкләндереү эштәре бара.

Түҙемһеҙлек менән көтәләр
Түҙемһеҙлек менән көтәләр

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әле мәҙәниәт усағының стеналары йылытыла. Бинаның алғы йөҙөн ремонтлауҙы  сентябрь башында тамамларға иҫәп тоталар, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Эштәр “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә бара.

“Был мөһим эшкә төҙөүселәрҙең яуаплы ҡарауҙарына өмөт итәбеҙ. Яңыртылған мәҙәниәт усағында ауылыбыҙ ғына түгел, районыбыҙ өсөн әһәмиәтле саралар үтер. Ремонт эштәре тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ”, – ти был ауылда йәшәүсе Раушания Хафиз ҡыҙы.

Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-08-12/auyl-hal-y-t-em-e-l-nep-k-t-2907062 

Автор:
Читайте нас: