Мәҙәниәт
27 Августа 2022, 04:25

Китапханала кинозал эшләй

Кинозалда үткәрелгән саралар визуаль сәнғәт – кино аша китап уҡыуға, донъя һәм милли әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итә. #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Стәрлетамаҡ районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы асылған Наумовка ауыл модель китапханаһында кинозал эшләй.

Был йәмле залға уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр төркөмләп фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарарға, донъяның ҙур музейҙары буйлап онлайн-сәйәхәт итергә, “Культура.РФ” порталында филармония концерттарының онлайн-тапшырыуҙарын ҡарарға йыйыла. Бындай сараларҙан һуң фекер алышыуҙар, әңгәмәләр үткәрелә.

Китапханала теләге булған һәр кем “Унынсы муза” киноклубының ултырыштарында ҡатнаша ала. Уларҙа кино донъяһы менән танышалар, актерҙарҙың ролде башҡарыуына баһа бирәләр, фильмдың жанрын өйрәнәләр. Кинозалда үткәрелгән саралар визуаль сәнғәт – кино аша китап уҡыуға, донъя һәм милли әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итә.

Фото: contenta.info/press_releases/304369

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/304369

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-25/kino-asha-bi-tk-y-t-rbi-l-n-2922261 

Автор:
Читайте нас