+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Сентябрь 2022, 16:00

Виртуаль концерт залы буласаҡ

Виртуаль концерт залы тамашаларҙы онлайн режимда ҡарарға ла, архив яҙмаларын ҡулланырға ла мөмкинлек бирә. #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Виртуаль концерт залы буласаҡ
Виртуаль концерт залы буласаҡ

Салауат ҡалаһының 7-се модель балалар китапханаһы филиалы 2023 йылда виртуаль концерт залы булдырыу өсөн субсидия алыуға конкурста еңеп сыҡты.

Бәйге “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

Виртуаль концерт залы тамашаларҙы онлайн режимда ҡарарға ла, архив яҙмаларын ҡулланырға ла мөмкинлек бирә.

Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белдереүенсә, 50 кеше һыйҙырышлы виртуаль концерт залын йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар алыуға федераль ҡаҙнанан 300 мең һум аҡса бүленә.

Фото –   Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-08-31/virtual-kontsert-zaly-2929889?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420 

Автор:
Читайте нас: