+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 17:15

Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы

Таһир Кусимов исемендәге гимназия Милли кейем көнөндә гөрләп торҙо.

Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы
Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы

Һәр класс кейгән үҙенсәлекле, беҙҙең ерлеккә хас кейемдәр, һаҡал, ҡашмау, селтәрҙәр күҙ яуын алып торҙо. Егеттәрҙә иһә түбәтәй. Милли кейемдең асылын балаларҙың аңлауы бигерәк ҡыуаныслы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары  Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина, Айгөл Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинова,  Зилдә Сәғәҙей ҡыҙы Ғибәҙәтова, Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова үткәргән дәрестәр уҡыусылар зиһенен файҙалы мәғлүмәткә байытты. Римма Фәйзулла ҡыҙы башҡортса һөйләшкән ҡурсағын, Ҡариҙел башҡорттарының алъяпҡысын күрһәтте. Ысынлап та, бар булмышыбыҙ халҡыбыҙ кейемдәрендә. Юҡҡа ғына "Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы", - тип яҙмаған күренекле яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева. Милли кейемдәребеҙгә йән өрөүсе инәйҙәребеҙ - Әбйәлилдең даны булған "Әхирәттәр" төркөмөнөң кейемдәре менән дә таныштылар. Тула кейем менән дә ҡыҙыҡһындылар. Ҡыҙҙар һарыуыс эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙы.Тәнәфестә төрлө хештегтар менән фотоға төштөләр. Уның инициаторы һәм эшләп алып килеүсеһе башланғыс кластар уҡытыусыһы Йондоҙ Рәмил ҡыҙы Хисаметдинова. Башҡа предмет уҡытыусыларында ла милли кейем элементын күреү бигерәк матур икән. Беҙ, гимназистар, Зөһрә Рәхмәтуллина һүҙҙәре менән килешәбеҙ:" Әгәр ҙә халҡыбыҙ үҙ асылын, ә ул милли кейемдәрҙә бигерәк тә сағылыш таба, ҡәҙерләп һаҡлай икән, тимәк, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы, оҙон ғүмерле булыр". Милли кейемдәребеҙҙе ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ.

Римма БАЙМЫРҘИНА.

Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы
Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: