+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2022, 10:40

«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 23 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙасаҡ.

«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында
«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында

Улар араһында  мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары, сәнғәт мәктәптәре, музейҙар, мәҙәни-ял үҙәктәре бар. Шулай уҡ,  ошо йылда республиканың 27 мәҙәниәт ойошмаһы заманса ҡорамалдар алған, уларҙың күпселеген  балалар музыка мәктәптәре алһа, 10 кинозал яңыса техника менән ҡоралланып асылған . Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында республикала йәшәүселәр мәҙәни сараларға йөрөү буйынса әүҙемлек күрһәтә, бының буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында  1-се,  Рәсәй Федерацияһында 5-се урынды биләй.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һүҙҙәренсә, 2022 йылдың ноябренә илдә 1 089 мәҙәниәт йорто реконструкцияланған йәки капиталь ремонтланған, ә 2025 йылға илдә 1 652 яңы төҙөлгән һәм яңыртылған мәҙәниәт йорттары көтөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: