+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ноябрь 2022, 08:20

«Мәҙәниәт» милли проектын финанслау 12 тапҡырға артҡан

2019 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанға «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән федераль аҡсаның күләме 12 тапҡырға артҡан. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

«Мәҙәниәт» милли проектын финанслау 12 тапҡырға артҡан
«Мәҙәниәт» милли проектын финанслау 12 тапҡырға артҡан

Милли проект төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай.

Республика дүрт йыл эсендә был милли проект сиктәрендә 4,756 миллиард һум аҡса алған. Киләһе ике йылда тағы ла 2 миллиард һумдан ашыу аҡса көтөлә. Сараларҙың иң күп өлөшө учреждениелар төҙөүгә, капиталь ремонтлауға, реконструкциялауға, реновацияға һәм модернизациялауға йүнәлтелә.

   Ағымдағы йылда «Мәҙәни мөхит», «Ижади кешеләр» һәм «Һанлы мәҙәниәт» проекттарын тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса алынған. Шуның 635 миллион һум самаһы федераль бюджеттан. Кино фондынан алынған 90 миллион һумды иҫәпкә алғанда, федераль аҡсаның күләме яҡынса 725 миллион һум тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: