+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2022, 17:50

Китап ҡомартҡылары һанлы форматҡа күсерелә

Әле иһә 100 ҡомартҡы сайтта урынлаштырылған.

Китап ҡомартҡылары һанлы форматҡа күсерелә
Китап ҡомартҡылары һанлы форматҡа күсерелә

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2019 йылдан, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, китап ҡомартҡыларын цифрлаштырыу буйынса “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

Әле ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлегендәге фондтан 535 берәмек китап ҡомарҡыһы һанлы форматҡа күсерелгән. Улар араһында 1767, 1773, 1786, 1810 йылғы ҡомартҡылар бар. Был баҫмаларҙың барыһы ла юғары рухи һәм матди ҡиммәтте тәшкил итә, тарихи, ғилми һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Цифрлаштырылған китап ҡомартҡылары менән “Башҡортостан Республикаһының Милли электрон китапханаһы” сайтында (http://ebook.bashnl.ru/) танышырға мөмкин. Йыл аҙағына тиклем ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлегендәге фондтан 20 китапты цифрлаштырыу күҙаллана. Әле иһә 100 ҡомартҡы сайтта урынлаштырылған.

Автор:
Читайте нас: