+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2022, 19:50

Боронғо кәсептәрҙе өйрәнделәр

“Ҡомартҡы” Урал аръяғы башҡорттарының этник мәҙәниәте республика йәштәр форумына әҙерлек сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда “Һөнәрҙәр. Кәсептәр. Кейемдәр. Фольклор” семинар-практикум үтте.

Боронғо кәсептәрҙе өйрәнделәр
Боронғо кәсептәрҙе өйрәнделәр

“Ҡомартҡы” Урал аръяғы башҡорттарының этник мәҙәниәте республика йәштәр форумына әҙерлек сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда “Һөнәрҙәр. Кәсептәр. Кейемдәр. Фольклор” семинар-практикум үтте.

Семинарҙа район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин, республика Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор  буйынса баш белгесе, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы етәксеһе Гөлгинә Баймырҙина сығыш яһаны.

Артабан оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. “Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы оҫтаһы Айгҡл Вәлиева маңлайса,һарауыс эшләргә өйрәтте.

Буранғолдан балаҫ һуғыу оҫтаһы Рәсилә Вәлиева  шәл ҙуғыу нескәлектәренә төшөндөрҙө.

Ишҡол китапханасыһы Руфина Ирғәлинанан буй балаҫ һуғырға өйрәнеүселәр ҙә күп булды.

Марс Сәйетғәлин үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән уҙғарған “Башҡорт фольклорында халыҡ уйындары”  практик дәрестә ҡатнашыусылар күп булды.

Кейеҙ баҫыу оҫталары – Рәхмәттән Әминә Әғзәмова, Лилиә Юнысова һәм Дәүләттән Нәзифә Солтанова был кәсепте өйрәнеүселәр менән берлектә "Ҡомартҡы” эмблемаһын төшөрөп матур кейеҙ баҫты.

“Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы оҫтаһы Рәйсә Ҡотлоәхмәтова боронғоса шаршау тегеү оҫталыҡтары менән бүлеште.

Был көндө Әбйәлилдең оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ҡулдары менән етештерелгән кейеҙҙән баҫылған әйберҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен һатып алырға ла мөмкин ине.

Сараны Сиҙәм мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығыштары биҙәне, Байым мәҙәниәт усағының Сәсәндәр мәктәбенең ( етәксеһе – Марс Сәйетғәлин) “Ҡомартҡыны барлау” сәхнәләштерелгән тамашаһы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: