+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2022, 18:50

Әбйәлилдең иң шәп инәйҙәре сыҡты бәйгегә

Район мәҙәниәт йортонда “Шәп инәй-2022” бәйгеһенең финалсылары көс һынашты.

Әбйәлилдең иң шәп инәйҙәре сыҡты бәйгегә
Әбйәлилдең иң шәп инәйҙәре сыҡты бәйгегә

 

Район мәҙәниәт йортонда “Шәп инәй-2022” бәйгеһенең финалсылары көс һынашты.

Шулай итеп, һайлап алыу турын уңышлы үткән Әбйәлилдең иң дәртле, иң ҡыйыу, иң егәрле инәйҙәре “Шәп инәй-2022” район конкурсы финалында осрашты.

Конкурс шарттарына ярашлы, бәйгелә ҡатнашыусылар алты йүнәлеш буйынса һынау тотто. Инәйҙәребеҙҙең беренсе сығыштары дәртле башҡорт бейеүенән башланып китһә, артабан улар“Мода-2023″,”Визитка”, “Ретро”, “Ижади конкурс” һәм “Дефиле” тигән һынауҙарҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр. Барыһы ла шәп икәнлектәрен күрһәтеп, һәр һынауҙы лайыҡлы үттеләр. Жюри ағзаларына инәйҙәрен  иң шәбен билдәләүе лә еңелдән булмағандыр, моғайын. Шулай ҙа бәйге булғас, уның еңеүселәре лә мотлаҡ булырға тейеш бит.
 “Сая” номинацияһын Мәйгәште ауылынан Нәсимә Моталлап ҡыҙы Фәхретдинова яуланы. “Ҡупшы” номинацияһына Ҡырҙас ауылы инәйе Гөлсәсәк Камил ҡыҙы Кейекҡужина лайыҡ булды. “Етди” номинацияһын Сиҙәмдән Светлана Камил ҡыҙы Истамғолова алды. Тал Ҡусҡар инәйе  Нәфисә Уйылдан ҡыҙы Бәшәрова “Мөләйем” номинацияһында билдәләнде. Ишҡолдан Финүзә Тәлғәт ҡыҙы Шаһиева “Баҫалҡы” номинацияһы бирелде.
Атауҙы һылыуы  Гөлнара Шамил ҡыҙы Замалитдинова беренсе урынды яуланы. Ул шулай уҡ интернет селтәрендә барған “Шәп инәй – 2022” конкурсында иң күп тауыш йыйып, “Инфинити” реклама агентствоһының махсус бүләгенә эйә булды.

Күсемдән Йәмилә Рәфәғәт ҡыҙы Ғабдуллина менән Юлдаштан Зилфирә Тимерйән ҡыҙы Аҡмырҙина икенсе урынды бүлеште.  Дәүләттән Мәүлиҙә Әсләм ҡыҙы Камалова, Красная Башкириянан Сара Тәлғәт ҡыҙы Килдейәрова һәм Тупаҡтан Вәсилә Рафиҡ ҡыҙы Суфьянова өсөнсө урында билдәләнделәр.

Бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтә Асҡарҙан  Резида Таһир ҡыҙы Шәһимәрҙәнованыҡы булып сыҡты һәм ул лайыҡлы рәүештә конкурстың Гран-приһын алды һәм райондың иң шәп инәйе тип табылды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: