+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 17:05

Асҡарҙа “Алмастау” кино залы асылды

Асҡарҙа 1991 йылда  сафҡа ингән М. Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатр, ниһайәт, үҙенең төп тәғәйенләнеше буйынса эшләй – бөгөндән ҙур экранда күләмле тауыш менән кино күрһәтелә башланы.  Ғаилә менән ял итеү, ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн бик ҡулай, уңайлы урын. Килегеҙ, күрегеҙ, тамаша ҡылығыҙ. Әйткәндәй, Яңы йыл каникулдары осоронда, 1-8 ғинуарҙа, бында көнөнә икешәр сеанс кино күрһәтеү планлаштырыла.

Асҡарҙа “Алмастау”  кино залы асылды
Асҡарҙа “Алмастау” кино залы асылды

Асҡарҙа 1991 йылда  сафҡа ингән М. Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатр, ниһайәт, үҙенең төп тәғәйенләнеше буйынса эшләй – бөгөндән ҙур экранда күләмле тауыш менән кино күрһәтелә башланы. Һәм былар ғына түгел: өр-яңы заманса һанлы кино күрһәтеү ҡорамалдар урынлаштырыуҙан тыш зал тулыһынса  яңыртылды – тауыш яңғырауын “йотоусы” түшәм, кино һөйөүселәр өсөн уңайлы йомшаҡ креслолар менән йыһазландырылды, косметик ремонт башҡарылды, ә кинотеатр фойеһында касса барлыҡҡа килде, трейлерҙар күрһәтеү өсөн хатта ҙур экранлы телевизорға тиклем элеп ҡуйылды. Әйткәндәй, тиҙҙән кино сеанстарына “Пушкин картаһы” буйынса ла  билеттар алыу мөмкин буласаҡ.

Былар барыһы ла “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамы менән бойомға ашырылды. Кино залдарын модернизациялау проекты буйынса быйыл Башҡортостанда 10 кинозал яңыртылған. 

“Алмастау” кино залын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Вадим Ғафаров, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы  директоры Юнир Әминев һәм БР Мәҙәниәт министрлығынан бүлек мөдире Зиннур Сөләймәнов ҡатнашты.

Йолаға ярашлы ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң  мәктәп уҡыусылары яңыртылған залда күрһәтелгән тәүге кинотаҫмаға тамаша ҡылды. “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән ҡыҫҡа метражлы йәнһүрәттәрҙән  һуң кинорежиссер Булат Йосоповтың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо буйынса төшөргән “Шағир көндәлеге” фильмы күрһәтелде.

“Алмастау” кино залы тамашасыларҙы көтә. Ғаилә менән ял итеү, ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн бик уңайлы урын. Килегеҙ, күрегеҙ, тамаша ҡылығыҙ. Әйткәндәй, Яңы йыл каникулдары осоронда, 1-8 ғинуарҙа, көнөнә икешәр сеанс кино күрһәтеү планлаштырыла.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: