+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2023, 09:10

Мәҙәниәт өлкәһендә ирекмәндәр һаны арта

«Мәҙәниәт ирекмәндәре» хәрәкәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 7305 мәҙәниәт ирекмәне теркәлгән һәм мәҙәниәт учреждениелары базаһында 32 ирекмәнлек үҙәге асылған. Был турала Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мәҙәниәт өлкәһендә ирекмәндәр һаны арта
Мәҙәниәт өлкәһендә ирекмәндәр һаны арта

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 В.В. Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырылған "Мәҙәниәт" милли проектының эсендә "Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу" (“Ижади кешеләр”) федераль проекты бар. Уға ярашлы, "Мәҙәниәт ирекмәндәре" программаһы барлыҡҡа килде. Ул ирекмәнлек хәрәкәтенә, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау өлкәһендә – ә бында бәләкәй ҡалаларҙың тарихи ҡиәфәтен һаҡлау буйынса саралар  ҙа инә –  ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Программа мәҙәниәт өлкәһенә булышлыҡ ҡылған ирекмәндәр һанын арттырыуға ярайһы өлөш индерә. Былтыр республикала 97 мәҙәни мираҫ объекты тәртипкә килтерелгән, шуларҙың 12-һендә ремонтлау-тергеҙеү һәм төҙөкләндереү эштәре ирекмәндәр ҡатнашлығында башҡарылған. Яҙғыһын, Бөтә Рәсәй тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар тураһында хәстәрлек күреү көнөндә, мәҙәниәт ирекмәндәре “Йәшлек”  мәҙәниәт һарайы биләмәһен, күршеләш ерҙәрҙе һәм Геройҙар скверын төҙөкләндергән. Ирекмәндәр Бөтә Рәсәй "Музейҙар төнө", "Библиотөн", "Сәнғәт төнө" акцияларында ла дәррәү ҡатнаша.

Республикала  "Мәҙәниәт ирекмәндәре" программаһын тормошҡа ашырыуҙы координациялау Башҡортостан Республикаһының Ирекмәнлек үҙәктәре ассоциацияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Бөтә Рәсәй "Мәҙәниәт ирекмәндәре" йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк етәксеһе – Лира Волкова.

Ҡатнашырға мөмкин булған саралар ошо порталдарҙа баҫыла: добровольцыроссии.рфволонтеры-культуры.рф

Фото:vk.com/volunteerculture

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-20/m-ni-t-lk-end-ete-me-d-n-ashyu-irekm-n-3111750 

Автор:
Читайте нас: