+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2023, 16:55

Башҡортостан кино залдарын яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә

Республикабыҙ яңыртылған кинозалдар һаны буйынса илдә алдынғыларҙың береһе, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығы. Былтыр төбәктә – 10, ә милли проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып (2019 йылдан) 29  яңыртылған кинозал асылған.

Башҡортостан кино залдарын яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә
Башҡортостан кино залдарын яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, 2022 йыл дауамында 10 кинозал заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Улар – Ҡалтасы районының Красный Холм һәм Ҡалтасы ауылдары, Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы, Ауырғазы районының Талбазы, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ, Учалы районының Учалы,Межгорье ҡалаһы (2 зал) һәм Белорет районының Инйәр ауылында һәм беҙҙә,Асҡарҙа асылды.

Башҡортостан кино залдарын яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә
Башҡортостан кино залдарын яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: