+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2023, 14:30

Ауылға ҡайт та - миллион ал!

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы баҫылған.

Ауылға ҡайт та - миллион ал!
Ауылға ҡайт та - миллион ал!

Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берешәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибен бер ай эсендә әҙерләйҙәр.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәш ғалимдарға йыл һайын 200 миллион һум күләмендә гранттар тапшырырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: