+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2023, 09:25

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – берәр миллион һум

Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә –  берәр миллион һум
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – берәр миллион һум

Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнә. Был хаҡта республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы донъя күргән.

Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Түләүгә ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибе бер ай эсендә әҙерләнәсәк.

Бындай ярҙам “Мәҙәниәт” милли программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: