+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2023, 09:05

Театр йәш тамашасыларын йыл аҙағында ҡабул итәсәк

Йыл аҙағында инде театр йәш тамашасыларын ҡабул итер, тип күҙаллана. #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Театр йәш тамашасыларын йыл аҙағында ҡабул итәсәк
Театр йәш тамашасыларын йыл аҙағында ҡабул итәсәк

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын капиталь ремонтлау йыл аҙағына тамамланасаҡ, тип хәбәр итәләр Өфө ҡала хакимиәтендә. Планға ярашлы, бинаны реконструкциялау, төкәтмә төҙөү, шулай уҡ тирә-яғын  төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Йыл аҙағында инде театр йәш тамашасыларын ҡабул итер, тип күҙаллана. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев капиталь ремонт барышы менән танышҡан. 

 Эштәр ҡаланың 450 йыллығын ҡаршылау уңайынан, “Мәҙәниәт” милли проекты булышлығында алып барыла. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың 2018 йылдың май айындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Әле объектта тулыһынса инженер селтәрҙәре ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр йүнәтелгән. Подрядсы ойошма эске коммуникацияларҙы яйға һала, биҙәү эштәрен башҡара, витражлы ҡоролмалар ҡуя. Театр янындағы биләмәлә ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән Рәсәйҙәге 12 бинаның  һәм Башҡортостандағы дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһының бәләкәй моделдәре урынлаштырыласаҡ.

Фото: ufimnivy.ru

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-07/ursa-teatry-asan-asyla-3209048 

Автор:
Читайте нас: