#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә "Пушкин картаһы" проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралған, тип хәбәр итә хакимиәттең матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда "Пушкин картаһы"н алып ҡулланырға мөмкинлеге булған йәштәрҙең 77 проценты уға эйә булған. Һатып алынған билеттар һаны буйынса республика Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө урынды биләй.
– Хәҙерге шарттарҙа мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләре хеҙмәттәшлек итергә һәм дөйөм эштең иң һөҙөмтәле юлдарын табырға тейеш, – тип билдәләй Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова.
“Пушкин картаһы” программаһы “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, ул дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите