+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2023, 11:13

«Йөрәктәр йылъяҙмаһы» патриотик акцияһы башлана

1 майҙа «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» проекты сиктәрендә йыл һайын уҙғарылған «Йөрәктәр йылъяҙмаһы» патриотик акцияһы башлана.

«Йөрәктәр йылъяҙмаһы» патриотик акцияһы башлана
«Йөрәктәр йылъяҙмаһы» патриотик акцияһы башлана

Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сәхнә сәнғәтенә арналған. Илебеҙ театрҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт бригадалары ойоштора, армия ихтыяждары өсөн аҡса йыя һәм тылда эшләүселәрҙең әхлаҡи рухына булышлыҡ итә. Акция сиктәрендә театр сәнғәте хеҙмәткәрҙәренең һуғыш осорондағы ярҙамы тураһында видеороликтар әҙерләнгән.

      1-нән 10 майға тиклем уҡыусыларға ижади эштәрен «Бәйләнештә» социаль селтәрендә #9маякдш хештеге менән өс номинацияла баҫтырып сығарырға тәҡдим ителә: мәктәп театры (Бөйөк Ватан һуғышы темаһына сәхнә йәки спектакль), вокал (һуғыш осоро йырҙары), бейеү (хәрби-патриотик тематикаға). Иң яҡшы утыҙ эш «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫыласаҡ һәм уларҙың авторҙары сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: