-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2023, 09:05

Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһе йыл һайын ойоштороласаҡ

Кисә  Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Китап-байрам» беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ябыу тантанаһында ҡатнашты.

Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһе йыл һайын ойоштороласаҡ
Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһе йыл һайын ойоштороласаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль 26 майҙа Совет майҙанында старт алды. Унда 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазиндары, шәхси букинсылар, яҙыусылар, сәнғәт белгестәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Республика Башлығы йәрминкәнең тематик майҙансыҡтарында булды һәм фестивалдең эшенә йомғаҡ яһаны.

«Китап-байрам» даими уҙғарылып торасаҡ. Форум йыл һайын үткәреләсәк. Быйылғы байрамдың биттәрен ябып, һеҙҙе киләһе йылдың май аҙағында фестивалгә саҡырабыҙ. Ул тағы ла сағыуыраҡ һәм байыраҡ буласаҡ”,- тип белдерҙе сығышында Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: