+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2023, 18:00

Был аҡсаға шәхси автомобиль дә һатып алырға мөмкин

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре1 миллион һумға дәғүә итә ала.

Был аҡсаға шәхси автомобиль дә һатып алырға мөмкин
Был аҡсаға шәхси автомобиль дә һатып алырға мөмкин

Муниципалитеттарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса мәҙәниәт белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған аҡса биреү дауам итә, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, быйыл йәнә 30 белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса түләүҙең күләме 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Был хаҡтар “Башинформ” хәбәр итте.

Түләү торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Шулай уҡ Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйылдан аҡсаны шәхси автотранспорт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин.

«Тейешле ҡарарҙы хупланым, — тип хәбәр итте Андрей Назаров социаль селтәрҙә. — Түләүҙе квалификациялы, профилле белемле, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, 2021 йылдан мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген алып барған, бер һәм унан күберәк ставкаға эшкә урынлашҡан 35 йәшкәсә белгестәр алырға хоҡуҡлы».

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 90 йәш белгескә ярҙам күрһәтелгән.

Автор:
Читайте нас: