

Тамыр" телеканалы Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында "Нурлы баласаҡ" тигән байрам концерты менән сығыш яһаны. "
Концертҡа Мәскәү сувенирҙары менән индергәндәр.
"Мин "Тамыр"ға йөрөргә һәм балалар менән бергә сығыш яһарға хыялланам. Тик Мәскәүҙә "Тамыр" юҡ. Шуға күрә мин байрамға килдем һәм әртистәр Мәскәүҙә үҙҙәрен иркен тойһондар өсөн, уларға күстәнәстәр килтерҙем ", - тигән йәш тамашасы Алтынай Вәхитова.
"Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, Мәскәү башҡорттар балаларын "Тамыр" телеканалы менән таныштырыуҙы күптән һораған. "Тамыр" балалары башҡалағы йәш милләттәштәрен йырлы-моңло сығыштары менән ҡыуандырып ҡайтҡан.