

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
6 һәм 7 июндә Туймазы районының Ҡандра ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған моделле ауыл балалар китапханаһында Пушкин көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналған “Рәсәйҙең изге генийы” тип аталған әҙәби-музыкаль ҡунаҡхана ойошторолдо. Сара барышында йәш уҡыусылар, 1-се мәктәптең көндөҙгө лагер тәрбиәләнеүселәре бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың ижадына мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны.
“Лукоморья буйлап сәйәхәт” мультимедия викторинаһында ҡатнашып, балалар яратҡан әкиәттәрен һәм геройҙарҙың исемдәрен иҫкә алды, “Аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар” лингвистик уйынында һәр кем үҙенең белем кимәлен һәм рус телен белеүен күрһәтә алды, ә “Әкиәтен дауам ит...” ижади йөкләмәһендә күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерҙе. Сара “Минең яратҡан Пушкиным” китаптар күргәҙмәһе эргәһендәге шиғырҙарҙы күмәкләп уҡыу менән тамамланды. "Мәҙәниәт" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите