Мәҙәниәт
27 Июня 2023, 04:49

«Евразия йөрәге» фестивале бара

Өфөлә өс көнлөк Евразия йөрәге музыка фестивале башланды.

«Евразия йөрәге» фестивале бара«Евразия йөрәге» фестивале бара
«Евразия йөрәге» фестивале бара

Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы сиктәрендә уҙа. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни программалар һәм гастролдәр эшмәкәрлеге дирекцияһы етәксеһе Антон Мазетов, йыл һайын ойоштороусылар Өфө тамашасыларын хайран ҡалдырыу өсөн ниндәйҙер яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмә уйлап табырға тырыша, тип билдәләне.

 - Сәхнә комплексын элек булмағанса, фантазия менән яһарға тырышабыҙ. Был юлы беҙҙә яңы формат - кино музыкаһы буласаҡ. Тамашасыларға Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз һәм тынлы оркестрҙары башҡарыуында совет кинематографы классикаһын ишеттерергә теләнек.

     Тамашасыларҙы 200-ләгән киловатт тауыш һәм 200-ҙән ашыу яҡтылыҡ приборы көтә. Быйыл сәхнә биҙәлеше үҙгәрҙе һәм элекке ҡәлғәне хәтерләтә. Евразия йөрәге логотибы төшөрөлгән ҙур фигуралар ҡуйылған, тип өҫтәне Антон Мазетов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас