Мәҙәниәт
27 Июнь 2023, 05:12

Өфөлә «Евразия йөрәге» музыка фестивале башланды

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә «Евразия йөрәге» фестивале башланды.

Өфөлә «Евразия йөрәге» музыка фестивале башландыӨфөлә «Евразия йөрәге» музыка фестивале башланды
Өфөлә «Евразия йөрәге» музыка фестивале башланды

Алып барыусылары, Рушана Бабич һәм Дмитрий Харатьян. Был инде ике дуҫ илдең мәҙәниәтен берләштергән етенсе фестиваль.

      Өс көн дауамында «Евразия йөрәге» конгресс-холы амфитеатрында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары төрлө музыка йүнәлештәре менән таныша аласаҡ.

       Фестивалдең тәүге көнөндә Совет һәм Рәсәй киноһы музыкаһы билдәһе аҫтында үтте. Кисәнең хедлайнерҙары - Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян.

       Бөгөн  «Евразия йөрәге» Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының һәм «Зәйнетдин» шоу-проектының сығышы менән дауам итәсәк. Бынан тыш, күләмле бейеү - Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне көтөлә.

     Сәхнәләге төп шоу, ғәҙәттә, йылда Белоруссияла үткәрелгән, «Славян баҙары» музыкаль проекты буласаҡ. Быйыл, форум сәбәпле майҙансыҡты Өфөгә күсергәндәр. Кисәнең хедлайнерҙары - билдәле Белоруссияның «Песняры» коллективы һәм Таисия Повалий.

Автор:
Читайте нас