Мәҙәниәт
5 Июль 2023, 07:19

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия 15 июлгә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итә.

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына конкурс иғлан ителдеБашҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына конкурс иғлан ителде
Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына конкурс иғлан ителде

Премия үҫеп килеүсе быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре аша рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә.

     Конкурсҡа айырым китап булып бер йыл алдан сыҡҡан, матбуғатта йәки башҡа ысул менән баҫылып сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм  сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә.

      Комиссияның конкурсҡа үткән эштәр исемлеге республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫыласаҡ.

       Конкурсҡа  күрһәтеү тураһында ҡарар (коллегия, президиум, идара, художестволы йәки ғилми советтар) коллегиаль ултырышында йәки  хеҙмәт коллективы йыйылышында ҡабул ителә.

Премияға дәғүә итеүгә документтарҙы Комиссия түбәндәге адрес буйынса:

Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә ҡабул итә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 280-87-75.

 Конкурс тураһында положение менән https://glavarb.ru/rus/president/komissiya-pri-glave-rb-po-prisuzhdeniyu-gospremii-rb-imeni-khadii-davletshinoy/  һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас