Мәҙәниәт
16 Июль 2023, 12:15

Шиғырҙарың үлемһеҙ һинең, шағир!

Танылған башҡорт шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышының почетлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулды.    

Шиғырҙарың үлемһеҙ һинең, шағир!Шиғырҙарың үлемһеҙ һинең, шағир!
Шиғырҙарың үлемһеҙ һинең, шағир!

Танылған башҡорт шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышының почетлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулды.

Билдәле шағир менән Әбйәлил журналистарына күпмелер ваҡыт бергә эшләү, уның эш тәжрибәһен өйрәнеү бәхете лә тейҙе. Һикһәненсе йылдар башында Өфөнән билдәле журналистар, прозаиктар, шағирҙар райондарға командировкаларға йөрөнө. Шул осорҙа улар берәр ай район гәзиттәре редакцияларында эшләне: үҙҙәренең эш алымдарына өйрәттеләр, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

Ирек ағай Кинйәбулатов беҙҙең күңелдәрҙә ихлас, мәрәкәсел, киң күңелле ағай буларрҡ иҫтә ҡалған. Эш башланыр алдынан көн һайын иртән бүлмәгә инер ҙә: "Йәш ҡыҙҙарҙан көн оҙоно етерлек илһам алып сығам", тип бүлмәләр буйлап йөрөп, һәр беребеҙҙең хәлдәрҙе һорашып, үҙе хаҡында һөйләп, бер-ике шиғырын да уҡып китер ине...

Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ...
Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,
Бергә булһам – ҡайғым тарала.
Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала...

***

Себен кеүек үтә машиналар,
Эттәр ятып ҡала, өрмәйҙәр.
Бар урманды ташып бөтөп барһын,
Эттәр, әйтерһең дә, күрмәйҙәр.
Эттәр менән эт булмаҫҡа ине,
Ниндәй уйға эттәр тарыған?
Әллә улар өрә белмәй тыуған,
Әллә улар өрөп арыған.
Бөрйән эте, нисек итеп, нисек
Өрмәҫкә һин шулай өйрәндең?
Шуны күреп янам, гүйә, бәйле
Мин ҡарауыл эте Бөрйәндең.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас