Мәҙәниәт
2 Август 2023, 11:51

«Башҡорт аты» фестивалендә ҡул эштәре оҫталары билдәләнәсәк

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә «Иң яҡшы сергеш эшләүсе» конкурсы уҙғарыла. Унда ҡатнашыуға конкурстың ойоштороу комитетына  22 ғариза килгән.

«Башҡорт аты» фестивалендә ҡул эштәре оҫталары билдәләнәсәк«Башҡорт аты» фестивалендә ҡул эштәре оҫталары билдәләнәсәк
«Башҡорт аты» фестивалендә ҡул эштәре оҫталары билдәләнәсәк

       «Сергеш» аттың арҡаһын һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалына, кейеҙҙән эшләнә. “Элек башҡорттар башлыса кейеҙ сергетыш ҡулланған. Йыш ҡына ул тыштан күн менән кәпләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар сергеште төрлө тамғалар, фигуралар, биҙәктәр, сигеүҙәр, суҡтар менән биҙәгәндәр. Сергетышты әҙерләү һуңғы йылдарҙа онотола башланы, шуға күрә уны һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү өсөн «Башҡорт аты» фестивалендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрер ҡарар иттек, - тип һөйләй Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Хәмдиә Дәүләтова.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас