

Асау ижады Рәсәйҙә билдәле, ул Ҡырымда, Ставрополь крайында, шулай уҡ Черкес, Махачкала, Әстрхан, Кизляр ҡалаларында концерттар менән сығыш яһағаны бар. Уның автор башҡарыуындағы йырҙары Кремлдең һарайында Ҡарасәй-Черкес Республикаһының юбилейын байрам иткән көндәрҙә яңғыраған. Асау йырҙары менән Анкарала, Санкт-Петербургта, Астанала һәм Мәскәүҙә альбомдар сығарылған.
1997 йылда Арыҫланбәк Солтанбәков нуғайҙарҙың мираҫын тергеҙеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Тап шул саҡта уның «Домбыра» йыры билдәлелек ала. Артабан композитор урта быуат нуғай шағирҙары һүҙҙәренә әҫәрҙәр циклын төҙөй.
Әйткәндәй, «Домбыра» Төркиәлә ысын хитҡа әүерелгән, унда бик күп нуғай диаспораһы йәшәй. Бөгөн Арыҫланбәк Солтанбәков Истанбулда йәшәй һәм эшләй: кино өсөн музыка яҙа, концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Һәм, әлбиттә, нуғай сәнғәтен популярлаштыра.
Мультиинструменталист Асау ҡатнашлығындағы концерт 12 августа Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале барышында киске гала-концертта буласаҡ.