Мәҙәниәт
10 Август 2023, 07:17

Силәбе рәссамы Михаил Воронов «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнаша

Силәбе рәссамын, таҡыла  башҡорт мәҙәниәте йырсыһы тип йөрөтәләр. Икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивалендә рәссам башҡорттарҙың хәрби тарихы тураһында картиналар тәҡдим итәсәк.

Силәбе рәссамы Михаил Воронов «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашаСиләбе рәссамы Михаил Воронов «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнаша
Силәбе рәссамы Михаил Воронов «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнаша

Мин - рәссам-реалист, һәм миңә бөтә ваҡ нескәлектәр ҙә мөһим. Шуға күрә картиналар яҙыу өсөн башҡорт һәм рус казактарының бер нисә костюмын реконструкциялауға заказ бирҙем. Костюмдар ҡулдан тегелгән. Уларҙы ла башҡорт аты фестиваленә күргәҙмәгә килтерәбеҙ, - тип һөйләй рәссам.

     Михаил Златоуста тыуған, оҙаҡ ваҡыт Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә уҡыған һәм эшләгән. Һуңыраҡ  Силәбегә ҡайта. Ул картиналарҙан тыш, башҡорттарҙың тарихына һәм фольклорына нигеҙләнгән легендалар яҙа.

       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә милли халыҡ ижады оҫталарының, кәсепселәрҙең һәм рәссамдарҙың күргәҙмәһе үтәсәк. Сараға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан делегациялар, шулай уҡ Рәсәйҙең 10-дан ашыу төбәгенән ҡунаҡтар көтөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас