

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале пленэрға махсус килгән рәссамдар өсөн илһам сығанағы булды. Ижади процеста Өфө, Сибай, Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Дәүләкән райондары рәссамдары ҡатнаша.Улар пейзаждар, кешеләрҙең һәм төп геройҙар — башҡорт аттарының портреттарын төшөрә. Эш бер нисә көн дауам итәсәк. Башҡорт аты профессионалдарҙы ғына түгел, һәүәҫкәр рәссамдарҙы ла ҡәләмгә тотонорға рухландырҙы. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале майҙансыҡтарының береһендә «Башҡорт аты» республика һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышырға мөмкин.
— Беҙ 150-гә яҡын картина алдыҡ, улар араһында Ҡырым һәм Симферополь рәссамдарының эштәре бар, — тип һөйләй конкурстың кураторы, республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира. — Эштәр төрлө техникала — ҡәләм, май, акварель менән башҡарылған. Хатта күләмле картиналар ҙа бар.