Мәҙәниәт
17 Август 2023, 05:05

Бөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә. 

Бөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алдыБөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды
Бөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә. Бөгөн Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә.
Сара 18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ. Әйткәндәй төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә. 

https://amanat.su/news/novosti/2023-08-16/b-g-n-ural-batyr-eposyn-yattan-yl-sel-r-e-b-ry-n-ere-arshy-aldy-3390854?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=41010454 

 
Автор:
Читайте нас