Мәҙәниәт
17 Август 2023, 05:35

Тупаҡ клубы яңыра

Төҙөлгәне бирле ремонт төҫө күрмәгән ауыл клубы бөгөн танығыһыҙ үҙгәрештәр кисерә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған капиталь ремонтҡа ҙур саралар һалына. Элекке клубтан бары “һөлдә” генә тороп ҡалған, ҡалғаны тулыһынса яңыртыла.

Тупаҡ клубы яңыраТупаҡ клубы яңыра
Тупаҡ клубы яңыра

Тупаҡ ауылының мәҙәниәт усағында ла капиталь ремонт  эштәрен "Анир" ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) алып бара. 

Подрядсылар иң башта ҡыйыҡты һүтеп металлочерепица менән япҡан. Бинаны уратып металлосайдинг менән көпләгәндәр. Ҡыйыҡ та, стеналар ҙа эстән махсус материал менән йылытылған. Нигеҙ буйҙарына отмостка эшләнгән. Клуб менән өйҙәш булған китапхананың таҡта солансаһы урынына тимерҙән өр-яңы күтәрмә каркасы әҙерләнгән. Клубтың күтәрмәһе лә яңыртыла,  брусчатка түшәләсәк һәм япма аҫтында буласаҡ, тимерҙән пандус ҡороласаҡ. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яраҡлы яңы тимер ишектәр ҡуйыласаҡ. Бөтәһе биш тышҡа сығыусы ишек буласаҡ. Тәҙрәләр иһә пластикка алмаштырылған да инде. Былар тыштан уҡ күҙгә салынғандары булһа, клубтың  эсендә лә ғәйәт ҙур  күләмдә эштәр башҡарыла.

Электр, йылылыҡ системалары өр-яңынан һуҙыла, быға ҡәҙәр башҡа объекттарҙа һыналған ҡеүәтле йылылыҡ батареялары килтерелгән. Мәҙәниәт усағының газ ҡаҙанлығы ла баштан-аяҡ яңыртыласаҡ, “BAXI” ҡаҙаны ҡуйыласаҡ. Канализация системаһы һалынған, соҡор ҡаҙылған. Киләһе аҙнала һыу быраусылар киләсәк, клубта крандан йылы һәм һыуыҡ һыу ағасаҡ. Бынан тыш душ бүмәһе лә буласаҡ. Был маҡсатта һәм ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн айырым бәҙрәф бүлмәләре бүленгән, стеналарға кафель йәбештерелгән. Сәхнәнән башҡа бөтә ерҙә иҙәнгә асыҡ тондағы керамогранит түшәлә, фойела, сантехника ҡуйыласаҡ бүлмәләрҙә был эш тамамланған да инде. Совет дәүерендә төҙөлгән бинаның стеналары ныҡ булһа ла, тигеҙһеҙ ерҙәре күп. Ҡыйыш-мыйыштарҙы “тигеҙләүҙә” штукатур-малярҙар тырышлыҡ һалған, урыны менән гипсокартон менән дә төҙәйткәндәр. Түшәм иһә армстронг менән  көпләнә. Грим бүлмәһенең мөйөшөндә клуб мөдиренә йәтеш кенә кабинет  бүленгән. Документация, журналдар һаҡлар өсөн дә урын буласаҡ, тимәк. Туғыҙ бүлмә-ара ишек ҡуйыласаҡ.

Беҙ килгән ваҡытта мастер Замир Насирйәнов етәкселегендәге бригада егеттәре сәхнә ҡороу эштәре менән мәшғүл ине. Фәйез һәм Фәнүр Баястановтарҙың, Радик һәм Азат Йосоповтарҙың, Раян Таһировтың ҡулынан  килмәгән эш юҡ. Заманса төҙөлөш материалдары менән дә оҫта булышалар, балта эштәренә лә маһирҙар, үҙҙәре үк ташсы, иретеп-йәбештереүсе, ишек-тәҙрәләр монтажлаусы, инженер коммуникацияларын үткәреүсе лә.

Төҙөүселәр сәхнәне ҡутарғанда бер тарихи мәғлүмәткә юлыҡҡан. Шешә эсенә һалып ҡалдырылған ҡағыҙҙа “Был сәхнәне эшләүселәр Мөхтәсимов Сәғит һәм Дәминдаров Иҙрис, 12 октябрь 1965 йыл” тип яҙылған. Төҙөүсе ағайҙарҙың икеһе лә Тупаҡтан булыуын асыҡланыҡ.  “Атайым да, Сәғит апа ла күптән мәрхүмдәр инде. Клубты, элекке мәктәпте төҙөгән кешеләр. Атайым ташсы, балта оҫтаһы булды. 1965 йылда миңә 4 йәш кенә булған. Шуға күрә ул мәлде яҡшылап хәтерләмәйем, иллә-мәгәр клубты асҡанда бригадир Вәки апа Суфияновтың таҫма ҡырҡыу хоҡуғын үҙенә биреүе тураһында атайымдың ғорурланып һөйләүе иҫтә ҡалған”, – ти тарих уҡытыусыһы Азамат Дәминдаров. Шешәлә һаҡланған яҙыу буйынса ғына ҡарағанда ла клубтың ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итеүен фаразларға мөмкин. Һәм бына 58 йыл үткәс, “Анир” ЯСЙ-һы төҙөүселәре көсө менән икенсе ғүмерен башлаясаҡ Тупаҡ мәҙәниәт усағына тағы ла оҙаҡ йылдар дөрләргә яҙһын!

Тупаҡ клубы яңыра
Тупаҡ клубы яңыра
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас