Мәҙәниәт
23 Август 2023, 03:35

Башҡортостан Санкт-Петербургта үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ

25-27 августа БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә төбәктең туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ.

Башҡортостан Санкт-Петербургта үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡБашҡортостан Санкт-Петербургта үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ
Башҡортостан Санкт-Петербургта үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ

26 авгусҡа планлаштырылған сарала Башҡортостандың алдынғы туроператорҙары: «Пилигрим», «Полесье», «Бөрө сауҙагәрҙәре», «Селектинг үҙәге», «Крекс» туристик фирмаһы, «Сикһеҙ донъя» ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ презентацияла «Торатау геопаркы» һәм «Янғантау геопаркы», Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге һәм «Красноусол» шифаханаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Санкт-Петербург туроператорҙарын һәм туристик агентлыҡтарын, төньяҡ баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын был бизнес-миссияға саҡыра, Башҡортостандың туристик тәҡдимдәре менән танышырға һәм туроператорҙар менән бизнес партнерлыҡ тураһында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡыра.

     Майҙансыҡта республика туроператорҙары коллегаларына төбәгебеҙгә туристик сәфәрҙәр, инфраструктураһы хаҡында һөйләйәсәк. Ҡунаҡтарҙы башҡорт аш-һыуы һәм эсемлектәре көтә.

   Программала Башҡортостан туроператорҙарынан бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән таныштырыу буйынса бизнес-миссия Санкт-Петербург ҡалаһы Дәүләт академия капеллаһы бинаһында үтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас