

Күргәҙмә 25-27 августа Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында үтәсәк. Экспозиция бер нисә бүлектән тора. «Башҡорт халҡының этнографияһы» бүлегендә халыҡ традициялары менән танышырға мөмкин буласаҡ. Халыҡ ижадының, тәбиғәте, хужалыҡ-көнкүреше, башҡорт халҡының этник үҙенсәлектәре, уның рухи мәҙәниәте һәм милли кейемде күргәҙмәһе буласаҡ. Күргәҙмә ҡунаҡтары сигеү, балаҫ һуғыу, ағас һырлау, башҡорттарҙың музыка ҡоралдарын эшләү сәнғәте серҙәрен менән танышасаҡ.
Күргәҙмәнең икенсе бүлеге - «Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хазиналары», бында музейҙа һаҡланған башҡорт биҙәүестәренең иң һирәк өлгөләре менән танышырға мөмкин буласаҡ