+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2023, 15:43

Өфө Йәш тамашасылар театры «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ике спектакль тәҡдим итте

Йәш тамашасылар театры фестивалдең йәш ҡунаҡтарына « Ҡыҙғылт һары терпе» спектаклен күрһәтте.

Өфө Йәш тамашасылар театры «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ике спектакль тәҡдим итте
Өфө Йәш тамашасылар театры «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ике спектакль тәҡдим итте

Балалар уйын формаһында тәбиғәттәге йәнлектәрҙе һүрәтләне һәм улар ниндәй ролдәр уйнауын асты, әйтәйек бүре - урман санитары, ҡарға йыш ҡына сағыу әйберҙәргә булған һөйөү өсөн бур, ә ҡуян - ҡурҡаҡ.

       Кескәй тамашасылар шулай уҡ үҙҙәрелә ҡатнашты: урман санитары балаларға ҡулдарҙы йыуырға һәм гигиенаны һаҡларға кәрәклеген хәтергә төшөрҙө.

   Икенсе «Ер» спектакленең сюжет нигеҙенә башҡорт легендаларынан образдар һалынған. Йәш тамашасылар театрының спектакле иммерсиялы булды: тамашасылар актерҙар менән бер рәттән тауышланды, персонаждарға ярҙам итте, сюжетта ҡатнашты. Балаларға айырыуса махсус эффекттар оҡшаны.

     14 сентябрҙән 17-нә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөлә «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторҙо.

Өфө Йәш тамашасылар театры «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ике спектакль тәҡдим итте
Өфө Йәш тамашасылар театры «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ике спектакль тәҡдим итте
Автор:
Читайте нас: