+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль , 05:25

Мәҙәни учреждениелар өр-яңы төҫ ала

Райондың клуб учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға даими иғтибар бирелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҙәни учреждениелар өр-яңы төҫ ала
Мәҙәни учреждениелар өр-яңы төҫ ала

Райондың клуб учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға даими иғтибар бирелә Уҙған йыл дауамында Тупаҡ ауылы клубы һәм Сиҙәм мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң бөтөнләй өр-яңы төҫ алды. Бөтә уңайлыҡтар булдырылған мәҙәни усаҡтар “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә яңыртылды.

Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының  «Аныҡ эштәр»   программаһы ярҙамында Тал Ҡусҡары клубының тәҙрәләре алмаштырылды, Таштимер клубына яңы ултырғыстар ҡуйылды, район мәҙәниәт һарайына һәм Красная Башкирия мәҙәниәт усағына сәхнә костюмдары, Шәрип клубына төҙөлөш материалдары алынды. 

«Иң яҡшы мәҙәниәт усағы» программаһы буйынса Ҡырҙас клубына 100 мең һумлыҡ ҡорамалдар ҡайтарылды. Красная Башкирия, Таштимер, Теләш, Мораҡай, Әүмеш, Әүнәш, Атауҙы, Әхмәт клубтары район бюджеты иҫәбенә ремонтланды. Тупаҡ һәм Сиҙәм ауылдарында республика бюджетынан бүленгән аҡсаға башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә клубтар өр-яңы төҫ алды. Быйыл республика бюджетынан бүленгән һәм «Цемикс» заводы биргән аҡсаға Йәнгел клубының ҡыйығын һәм фасадын ремонтлау планлаштырыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: