Уҡытыусылар йәмәғәтселеген район башлығы исеменән уның беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов сәләмләне.
– Бына ил кимәлендә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы ла артта ҡалды. Ул йәмғиәтте уҡытыусыға йөҙө менән борҙо һәм был һөнәрҙең ни тиклем әһәмиәтле, мөһим булыуын танытты. Беҙҙең район да иҫ киткес шәп уҡытыусылары менән ғорурлана ала. Бер-берегеҙгә күҙ һалығыҙ әле: бөгөн был залда Әбйәлилдең иң ихтирамлы, иң абруйлы кешеләре – көндәлек хеҙмәттәре менән райондың үҫешенә тос өлөш индереүселәр, өмөтлө киләсәгебеҙҙе тәрбиәләүселәр йыйылған. Яңы башланған 2024 йыл да һеҙгә хеҙмәт даирәһендә уңыштар, юғары ҡаҙаныштар алып килһен, хаҡлы ялдағыларға бәхетле оҙон ғүмер, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем, – тине ул.
Форсаттан файҙаланып, Руслан Ғөзәйер ул район мәғариф бүлеге етәксеһе В. С. Абсаҙыева тураһында ла бер кәлимә йылы һүҙ әйтеп үтте. Мәғариф системаһы тип аталған ҙур карап менән идара итеүҙе яңыраҡ үҙ ҡулдарына алған етәксенең төптән уйлаған, эшһөйәр, һәләтле, үҙенә лә, коллегаларына ла талапсан булыуын билдәләп, Вәсилә Сәғит ҡыҙын ошо уҡ сараға тура килгән тыуған көнө менән бөтәһе исеменән дә тәбрикләп гөлләмә бүләк итте.
– Уҡытыусы һәм остаз йылы башҡа йылдарҙан нимәһе менән айырылды? Ниндәйҙер мөғжизә булманы. Әммә закон кимәлендә беҙҙе яҡлаған, эшебеҙҙе еңеләйткән ҡарарҙар ҡабул ителде, йәмғиәт уҡытыусының кәрәклеген, иңдәрендә мөһим бурыс күтәрәүен аңланы, – тип һүҙҙе башланы йылға йомғаҡ яһау сараһында В. С. Абсаҙыева. – Киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа. Беҙ уны тәрбиәләйбеҙ, әүәләйбеҙ һәм башҡа бер кем дә бирә алмаған ғүмерлек һабаҡ – төплө белем бирәбеҙ. Беҙҙең ҙур тармаҡ кем генә булмаһын – уҡытыусымы ул, тәрбиәсеме, тренермы – барыһы ла үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, балаларҙы яратҡан остаздарҙан тупланыуы менән көслө. Бөгөнгө көндә райондың мәғариф өлкәһендә 2 меңдән ашыу педагогик хеҙмәткәр эшләй, беҙҙең ҡулдарға 7 меңдән ашыу бала ышанып тапшырылған. Системала мәсьәләләр ҙә юҡ түгел: бөгөн уҡытыусыларҙың уртаса йәше 50-55 йәш тәшкил итә. Шуға күрә йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү зарур. Ағымдағы уҡыу йылында район мәктәптәрендә 14 йәш уҡытыусы эш башланы, уларға өлкән коллегаларының бай тәжрибәһен өйрәнеп тырышып эшләргә насип булһын. Уҡытыусы һәм остаз йылын тарих биттәренә оҙатып Ғаилә йылын башлайбыҙ. Һәм ул да беҙҙе урап үтмәйәсәк. Сөнки мәктәп – ул ҙур ғаилә.
Тантана тәбрикләүҙәргә бай булды. Мәктәп уҡыусыларының муниципаль, республика олимпиадаларында, тағы ла юғарыраҡ кимәлдәге конкурс-конференцияларҙа уңышлы сығыш яһауы, еңеүҙәре, призлы урындарға лайыҡ булыуҙары артында, әлбиттә, уҡытыусының тырыш хеҙмәте ята. Әммә йылды оҙатыу сараһы үҙҙәре лә һөнәри юҫыҡта үҫешеүҙе туҡтатмаған, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, еңеү тәмен татыған педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе бөтә коллегалары алдында тағы бер тапҡыр билдәләп үтеүҙе маҡсат итте. Республика, Рәсәй күләмендә Әбйәлилде данлаған уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
“Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында йылдың-йылы әбйәлилдәр ҡатнашмай ҡалмай. 2023 йылда Дәүләт мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Й. Х. Шәрипова, Красная Башкириянан информатика уҡытыусыһы С. В. Лазарев, Т. Кусимов исемендәге гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Л. Н. Ғәйзуллина, Амангилденән “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Г. Н. Әхмәтйәнова, Сиҙәмдән “Чебурашка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Л. М. Шульга һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең республика этабы финалсылары булған. Йыл аҙағында иһә район конкурсының сираттағы еңеүселәре асыҡланды. Инде улар алдында быйылғы йылда Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһау бурысы тора. Бына улар – “Йыл уҡытыусыһы – 2023” район конкурсының абсолют еңеүсеһе Т. Кусимов исемендәге гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы О. Б. Ямалова, йәш мөғәллимдәрҙең “Өмөт – 2023” конкурсында еңеүсе Һамар мәктәбенең биология уҡытыусыһы Л. В. Подрезова, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсында еңеүсе 1-се Асҡар урта мәктәбенән Л. В. Лоҡманова, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсында еңеүсе Буранғол мәктәбенән Г. Р. Ғәбитова, “Йыл педагогы – 2023” конкурсында еңеүселәр – Асҡарҙағы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ә. С. Ырыҫбаева һәм Әбйәлил ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы логопеды Д. Р. Байназарова.
Т. Кусимов исемендәге гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Й. Р. Хисаметдинова уҙған йылда “Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларында уҡытыуҙың һөҙөмтәле тәжрибәләре” республика конкурсының “Остаздарҙан лайфхактар” номинацияһында еңеү яулап, “Почетлы остаз” исеменә лайыҡ булған. Бер урында тапанырға яратмаған Йондоҙ Рәмил ҡыҙы шулай уҡ ҙур һайлау аша үтеп Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашҡан һәм әүҙем позицияһы өсөн республика Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары командаһы “Остаз” республика конкурсында уңышлы сығыш яһап, “Һөнәремә тоғро ҡалам” һәм “Еңеүгә ынтылыш” номинацияларында еңеүсе тип танылған. Мәғариф бүлеге белгесе З. В. Ниғмәтова етәкселегендәге райондың иң алдынғы туған тел уҡытыусылары – Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Ш. И. Әхмәтҡужина, А. С. Шәрәфетдинова, А. Р. Муллахмәтова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән З. Р. Ғәлләмова, Л. С. Абдрахманова, Р. С. Харисова, Сиҙәм урта мәктәбенән Ә. Д. Йосопова, Һамар мәктәбенән Д. Р. Ғәлиуллина, Байым мәктәбенән Ә. Б. Абдрафиҡова, Ташбулат мәктәбенән И. М. Билалова ҙур хөрмәт ҡаҙандылар.
Райондың иң яҡшы өс телсеһе – Т. Кусимов исемендәге гимназиянан А. Р. Муллахмәтова, Ташбулат һәм Дәүләт урта мәктәптәренән И. М. Билалова, Й. Х. Шәрипова башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында БР Хөкүмәте премияһына республика конкурсында ҡатнашып еңеүсе булдылар.
Йәш уҡытыусыларға бирелеүсе гранттар күләме буйынса 2023 йылда әбйәлилдәр рекорд ҡуйған. 11 уҡытыусы: Т. Кусимов исемендәге гимназиянан йәш математик һәм информатик А. Р. Ғәбитова, физкультурник А. И. Ҡорбанғәлин, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Р. М. Искәнйәрова, сит телдәр уҡытыусыһы Л. Н. Ғәйзуллина, Дәүләт мәктәбе математигы һәм информатигы А. Р. Шөғүрова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. Л. Хәсәнова, 1-се Асҡар урта мәктәбенән сит телдәр уҡытыусыһы Ю. Р. Гурентьева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. И. Рәхмәтова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Ә. С. Солтанбаева, Красная Башкириянан информатик С. В. Лазарев, Сиҙәмдән физика һәм астрономия уҡытыусыһы А. И. Өмөтбаева грантҡа лайыҡ булған. 600 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыу йәш уҡытыусыларҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итеүҙән тыш, һис шикһеҙ, артабан дәртләнеп эшләргә ҡанат ҡуйғандыр, тип ышнағы килә.
Артабан сәхнә түренә “Кәрәҙ” III республика педагогик марафонында ҡатнашыусы төркөм саҡырылды. Өфөлә үткән конкурста көс һынашҡан ижади һәм креатив фекерләүсе 17 команда араһында мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Е. Н. Цициморова етәкләгән Әбйәлил остаздары командаһы – 1-се Асҡар урта мәктәбенән рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы Р. Ф. Мөхәмәтйәнова, математик Е. М. Машкова, химбиолог Ә. Х. Вафина, башланғыс кластар уҡытыусыһы З. А. Махийәнова һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның сит телдәр уҡытыусыһы Л. Н. Ғәйзуллина “Перспективалы ҡараш” номинацияһында еңеү яулаған.
Уҙған йылда беренсе тапҡыр мәктәп директорҙары кәңәшселәре араһында республикала “Баласаҡ навигаторҙары кубогы”на КВН уйыны үткән. “Баласаҡ навигаторы” проектының беҙҙең район буйынса муниципаль координаторы А. М. Ғәлина етәкселегендә Әбйәлил мәктәптәре директорҙары кәңәшселәре лә күңеллеләр һәм тапҡырҙар ярышында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән. Команда ағзалары – В. Р. Яҡупова (Ҡаҙмаш), Г. Х. Моратшина (Әбделмәмбәт), Г. Б. Йәмилхина (Ишҡол), Н. М. Иҙрисова (Таштимер), О. М. Хәмзина (Озерный), М. М. Әхмәҙиева шулай уҡ көслө алҡыштар аҫтында сәхнәгә саҡырылды.
Сараның тантаналы өлөшөн республика вокал конкурстары еңеүселәре булған Т. Кусимов исемендәге гимназияның “Ете ҡыҙ” һәм “Талисман” ансамблдәре (етәксеһе Ф. М. Нөғәмәнова) матур сығыштары менән биҙәне. Был да талантлы остаздарыбыҙҙың тынғыһыҙ хеҙмәтенең бер сағылышы ине. Ә инде уҡытыусыларға арналған йөкмәткеле байрам концертын Сибай концерт-театр берекмәһе артистары.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.