-6 °С
Болотло
Рәсәйҙә 2025 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй башлай. Ил Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.
«Ауылға, бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгескә бер тапҡыр 1 миллион һум аҡса түләнә, ә Алыҫ Көнсығышта, Донбаста һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә был сумма ике тапҡырға күберәк — 2 миллион һум була», — тине президент.