+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март , 10:30

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы,  республиканың дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары ҡарала.

Документҡа ярашлы, 2023 йылда 30 мәҙәниәт хеҙмәткәре өсөн бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнә. Һүҙ дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының һөнәри белемле белгестәре, шулай уҡ балалар музыка, художество, хореография һәм сәнғәт мәктәптәренең педагогик хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.

Аҡсаға 2021 йылдан Башҡортостан ауылдарына йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә килгән белгестәр дәғүә итә ала. Түләүҙе биреү тәртибе һәм шарттары, шул иҫәптән белгестәрҙе һайлап алыу критерийҙары республика Хөкүмәте тарафынан 30 көн эсендә әҙерләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: