Күп тә үтмәй ирле-ҡатынлы Хәлиловтарға Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Сулпан» балалар бейеү ансамблен етәкләргә тәҡдим итәләр. Өс йыл тырыш хеҙмәт һөҙөмтә бирә һәм ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Сулпан» бейеү ансамбле өлгөлө исемен яҡлай. Балалар бейеү ансамбленең йондоҙло сәйәхәте башлана. Туймазы ҡалаһында «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне», «Байыҡ» республика телевизион конкурсында, Магнитогорск ҡалаһында «Улица горящих фонарей», Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре фестивалдәрендә еңеүҙәр менән балҡый «Сулпан».
2016 йылда Хәлиловтар үҙҙәренең «Сорнай» бейеү ансамблен ойоштора. Ансамблгә бөтә райондан бейергә яратҡан балалар йөрөй башлай. Етәкселәр ансамблде ике төркөмгә бүләләр: 5-8 һәм 10-12 йәштәге балаларға бейеү серҙәрен өйрәтәләр. Бына 8 йыл «Сорнай» районда ғына түгел, республика һәм төбәк сәхнәләрендә лә билдәле йондоҙ. Өлгөлө бейеү ансабле «Байыҡ», «Яҙғы һулыш» (Учалы) республика конкурстарында гран-при яулай. Район мәҙәни сараларында сағыу сәхнә йәме булып, тамашасыларҙы ҡыуандыра.
2018 йылда Михайловка мәҙәниәт йорто янында ойошторолған «Уралтау» бейеү ансамблен дә үҙ ҡанаты аҫтына ала Лилиә һәм Радик Хәлиловтар. Был ансамбль Таштимер, Әбйәлил, Тупаҡ, Михайловка, Йәлембәт ауылдары балаларын берләштергән. Бәләкәйҙәр һәм өлкәндәр төркөмөнән торған ансамбль ҡыҫҡа ваҡыт эсендә билдәлелек яуланы. «Сыңлы үксә»лә (Магнитогорск) — гран-при, «Байыҡ»та (Өфө) — лауреат исеме бейеүселәрҙе тағы ла дәртләндерә. «Дуҫлыҡ биҙәктәре» республика балалар хореография фестивалендә икенсе дәрәжә лауреаты, «Яҙ һулышы» фестивалендә, «Бейеү ҡанаттарында» фестиваль-конкурстарында (Сибай) беренсе дәрәжә лауреаты булдылар. Дүрт йыл ныҡышмалы күнекмәләрҙән һуң «Уралтау» ҙа өлгөлө бейеү ансамбле исемен яҡланы. Бына яңыраҡ Магнитогорск ҡалаһында үткән «Синий платочек» исемле патриотик төбәк конкурсында Михайловка мәҙәниәт йорто янындағы «Уралтау» өлгөлө бейеү ансамбле тағы ла иң юғары баһаға — гран-приға лайыҡ булды.
Бейеүсе пар Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто янындағы башҡорт бүлегендә «Йәшлек» бейеү ансабленә 2017 йылдан етәкселек итә һәм шул уҡ ваҡытта ансамблдең солистары ла. Ансамбль «Марафон талантов» (Силәбе), «Уральский перепляс», «Улица горящих фонарей» (Магнитогорск), «Байыҡ» (Өфө) конкурстарында гран-при яулай.
Йондоҙло парҙың улы Искәндәр ҙә бәләкәй сағынан тамашасылар һөйөүен яуланы. Дәрте ташып торған кескәй бейеүсе биш йәшенән сәхнә йондоҙо булып танылған Искәндәр хәҙер 9-сы класта уҡый. Бик күп конкурстарҙың еңеүсеһе ул.
«Яңғыҙ бейеү яйһыҙ булһа, әйҙә төштөк икәүләп» тигәндәй Хәлиловтарҙың бергә башҡарған «Зилалай»ы күпме ҡараһаң да һәр саҡ яңы бейеү һымаҡ ҡабул ителә, кәйефтәрҙе күтәрә. Сәхнәлә яҡты йондоҙ булған пар оҫта етәксе булараҡ та танылыу алды. Радиктың 20-ләгән балаға бер тауыш күтәрмәй, ымлап ҡына буйһондороп торған саҡтарын күҙәтергә тура килде. Балалар шундай тәртипкә өйрәнгәндәр, Лилиәне лә күҙ ҡарашынан, һәр хәрәкәтенән һүҙһеҙ ҙә аңлап торалар. Райондың бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған Хәлиловтарҙың хеҙмәте оло ихтирамға һәм баһаға лайыҡ.
Гөлнара ШАКИРОВА.