Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020-2024 йылдарҙа Фонд 17 конкурс үткәрҙе, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хупланы. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан һәм 364,86 миллионы президент гранттары Фондын берлектә финанслау иҫәбенән алынды.
Әбйәлил районынан Рузил Шәмсетдинов “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре”программаһы сиктәрендәге грантҡа лайыҡ булды. Рузил 5 йәшлек сағынан сәхнәгә сыға башлай. Ә инде мәктәп йылдарында уҡ “Яҙғы тамсылар” республика конкурсының еңеүсеһе була. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педколледжының музыка бүлегенә уҡырға инә, дәрт-дарманы ташып торған егет уҡыу йортоноң “Аҡйондоҙ” бейеү ансабленә йөрөргә лә өлгөрә, Хәлил мәҙәниәт йортоноң “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансабленә лә саҡырыу ала. 2021 йылда “Ләйсән” ансамле менән “Байыҡ” республика конкурсында ҡатнашалар. Хәрби хеҙмәттән һуң тамамлағас Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбенең музыка уҡытыусыһы булып эшләгәс, Магнитогорск металлургия комбинатына монтажсы булып эшкә төшә. 2021 йылда Рузил Дәүләт мәҙәниәт клубына режиссер булып урынлаша. Талантлы егет йырҙары, бейеүҙәре менән күп кенә сараларҙы биҙәй. Тырыш, маҡсатлы егет 2022 йыл аҙағында “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәттә” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алған. Рузиль Шәмсетдинов уны торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыуға йүнәлтергә уйлай.