-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Август , 11:36

Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эҙмә-эҙлекле рәүештә республикала мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бүлә, ярҙам күрһәтә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй

–2023 йылда ғына мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә дөйөм алғанда 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек – был элеккегә ҡарағанда 12,3 процентҡа күберәк. Һәм беҙҙең бурыс – йыл һайын финанслау күләмен арттырыу, -тигәйне йыл башында Радий Хәбиров.

Һуңғы 6 йылда мәҙәниәткә бүленгән сумма 11,794 миллиард һумдан (2019й.) 14, 486 миллиард һумға тиклем (2024й.) еткән.

Был йылдарҙа республика буйынса  8 клуб төҙөлгән, 3 мәҙәниәт усағы реконструкцияланған, 51 клуб, 7 балалар сәнғәт мәктәбе, 5 музей, 4 китапхана, бер балалар филармонияһы бинаһы капиталь ремонтланған.

 Шундай объекттар араһында Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йорто ла булды. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә был мәҙәниәт усағында капиталь ремонт үткәрелде. Бинаның ҡыйығы яңыртылды, стеналар тыштан, эстән тигеҙләнеп буялды, иҙәндәр, түшәмдәр, ишектәр алмаштырылды. Шулай уҡ, йылытыу, электр, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары заманса материалдар ҡулланып яңынан ҡоролдо, ремонтланды.

      Тамаша залы өсөн ултырғыстар һәм сәхнә кейемдәре һатып алынды, бинаның фасадына матур эмблема ҡуйылды, шулай уҡ эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереү буйынса ла эштәр башҡарылды. Финанслауҙың дөйөм суммаһы -35 млн һум тәшкил итте.

"Ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре бик сифатлы башҡарылды. Бында хәҙер концерттар ғына түгел, ә төрлө  йәштәге ауылдаштарым өсөн шөғөлләнергә, үҙен үҫтерегә бөтә шарттар бар. Мәҫәлән, беҙҙең спорт яратыусыларға заманса спортзал, снарядтар бүлмәһе бар. Бейеү менән шөғөлләнә торған бәләкәйерәк зал да булдырылды. Оло йәштәге ағинәйҙәр үҙҙәренең бүлмәһендә башҡорт мөйөшөн төҙөп, шунда сәй артында йәмәғәт эштәре менән булыша. "Ватанды һаҡлаусыларҙың" ҡабул итеү бүлмәһе бар, беҙҙең 60-лап егетебеҙ МХО ҡатнаша, шуға һорауҙар ҙа тыуып тора, "-тине Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наташа Сатина.

Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Сиҙәм ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто эшләй
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: