Һоҡланғыс тауышы, күркәм төҫ-ҡиәфәте, ихласлығы, нәзәкәтлеге һәм ҡыпсаҡ ҡыҙҙарына хас саялығы менән күптәрҙе әсир итә Айгөл Әсәҙуллина. Ғәжәйеп моң эйәһе, егәрле ижадсы сәхнәлә үҙе тыуҙырған образдарҙан айырыламы? Тормошта бәхетен тапҡанмы? Ғөмүмән, уның өсөн нимә ул бәхет? Яҙмамда ошо хаҡта һүҙ барыр.
Моңло бала саҡ
Башланғыс белемде Айгөл Хәлил урта мәктәбендә ала. Бишенсе класҡа Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка интернат-гимназияһының вокал һәм фортепиано класына уҡырға килә. Уның ете класын тамамлағас, Айгөлдө Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының Сибай филиалына өсөнсө курсҡа уҡырға алалар. Уны ике йыл эсендә ҡыҙыл дипломға бөтөргәс, Сибай филармонияһына эшкә саҡыралар. Биш йылдан талантлы йырсыға Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт филармонияһы эш тәҡдим итә. Унда алты йыл самаһы хеҙмәт иткәс, «Мираҫ» фольклор ансамбленә күсә. Бер аҙҙан күңеле Сибайға тартылғанын тоя һәм тәүге эш башлаған филармонияһына ҡайта. «Бөтә Башҡортостанды урап сығып, Сибай филармонияһынан да яҡшырағын тапмағанһың», – тип мәрәкәләйҙәр Айгөлдө.
Өс йәшендә атаһы уны Хәлил клубы сәхнәһенә сығара. «Гүзәлдәрҙән гүзәл яҡ – тыуған яҡ», – тип йыр һуҙыусы сабый һүҙҙәрен онота ла, быға үкенесен белдереп, шаршау артына юғала. Бәләкәйҙән йырлағас, өлкәнерәк малайҙар уны «атҡаҙанған артистка» тип үсектерә. «Ниңә уның өсөн ер тишегенә инерҙәй булып оялғанмындыр, хәҙер булһа, башым күккә сөйөлөр ине әле», – тип йылмая Айгөл. Артыҡ иғтибарҙан албырғағандыр. Интернатҡа киткәс, ҡайтҡыһы килгәндә гел шул үсекләүҙе иҫенә төшөрөр була. Ҡайтһам, күҙҙе лә астырмаҫтар, түҙәйем, тип уйлай ҡыҙсыҡ.
Бәләкәс кенә Айгөлгә әйберҙәрен ҡул менән үҙенә йыуырға тура килеүе, бер бүлмәлә ятҡан 14 ҡыҙҙың берәүһе бетләһә, барыһы ла шуға дусар булыуы, ҡысытма сыҡһа, бөтәһен дезинфекцияға алып барыуҙары, төн етһә, ҡомаҡтарҙан йонсоуҙары – хәҙер һөйләһәң, әкиәт кеүек. «Одеялды бөркәнеп ятһаҡ, уларҙың өҫтөбөҙҙән ауыр тәпәйҙәре менән баҫып йүгереп үтеүҙәрен әле көлөп хәтерләһәм дә, нисек түҙгәнбеҙҙер?» – тип хәтирәләргә бирелә Айгөл. Тормош юлында осраған бар ауырлыҡтар ҙа бәләкәйҙән яралған хыял өсөн, йырсы булыу өсөн, йырып сығылған. Ауылда үткән бер туйҙан да ҡалдырмайҙар Айгөлдө. Йырлаған һайын аҡса һибәләр. Йәш йырсыға шулай белдерелә хөрмәт. Шуға башҡа төрлө һөнәр һайлау башына инеп тә сыҡмай уның.
Тормош юлдары ҡатмарлы
Әсәһе менән атаһы әле лә бөтә яҡлап ярҙам итә – гастролдәр ваҡытында балаларын баҡһындармы, ауылдан аҙыҡ-түлек менән тәьмин итһендәрме – Айгөл уларға таяна. Атаһы ғүмер буйына райондың «Йәшлек» ансамблендә бейей, ике тапҡыр Германияға барып ҡайта. Уның бер туған ҡустыһы ла бит – хореограф Фәнил Әсәҙуллин. Бөтә өй мәшәҡәттәре атаһы гастролдәрҙә саҡта сабыр, егәрле әсәһе иңенә төшөүен ҡыҙ тойоп үҫә. «Донъя тотҡаһы ла, йәме лә – әсәйебеҙ», – ти Айгөл. Атаһының сәнғәткә булған һәләте үҙенә күсһә лә, холҡо, йәшәйеш фәлсәфәһе менән ул әсәһенә тартҡан. Динислам, Арыҫлан исемле улдарына иптәшкә ҡыҙ табып ала Айгөл. «Уның өсөн бик ныҡ тырышырға тура килде. Балаға уҙғас та, дауаханаларҙа яттым. Уның ҡарауы наҙлыҡай ғына Самира ҡыҙым бар. Әле ул алты йәше менән бара. Балалар баҡсаһына йөрөй», – тип һөйөнә йырсы. Ире менән мөнәсәбәттәре йылынып, ул, сабыйға әүрәп, төҙәлеп китмәҫме, тигән өмөттәре юҡҡа сыға ҡатындың. Ике йыл элек балаларҙың атаһы менән араларын өҙә. «Хәҙер бөтә уйым тик йырлау, ошо юлдың үҙемә уңыш килтерәсәген беләм. Фатирҙы филармонияға яҡындан алдым, ҙурайттым. Йөҙөп йөрөп эшләргә барлыҡ шарттар бар», – ти ул.
Быйыл 12 апрелдә Сибайҙа, Баймаҡта уның яңы программаһы буйынса ҡоролған концерттары үтте. Октярбь башында ошо уҡ концертты йырсы яҡташтарына, йәғни
Асҡарҙа ҡуя, шулай уҡ Өфө тамашасыһына ла тәҡдим итә.
ПрограмманыңрРежиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева. Аҡыл ултырған, буш хыялдар, өмөттәрҙән арынып, тормош ысынбарлығына тура ҡараған – өлгөрөп еткән емешле мәленә аяҡ баҫа Айгөл.
– Тормош иптәшеңдең сәхнә менән ысынбарлыҡты айыра белеүе кәрәк, – ти ул. – Берәйһе менән дуэт йырлаһаң, шунда уҡ был икәү йөрөймө, бергә йәшәй башлаған икән, тигән имеш-мимеш тарала. Был – уйын, сәхнәләге роль булыуын аңлап етмәйҙәр. Йырсы Искәндәр Ғәзизовтың ҡатыны бар, уның менән аралашабыҙ, сәхнәлә тыуҙырған образды тормошҡа күсереп, етәкләшеп, ҡосаҡлашып торған интернеттағы фотоларҙы күргәс, әллә ниндәй хәбәр тараттылар. Кеше шул образға ышана шул, – тип яңғыратып көлә Айгөл.
Сәнғәттең көсө лә шундалыр. Мөнәсәбәттәре булһа, киреһенсә, уны кешеләр ете йоҙаҡ аҫтында тотоусан. Ә бында йәшерен нәмә юҡ. Тауыштары, бер-береһен тулыландырып, үрелеп кенә бара, тип һоҡланды улар сығарған дуэттан һуң ысын дуҫтары. «Искәндәрҙең тауышы матур, ижадта бер-беребеҙҙе табыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Киләсәктә лә бергә эшләргә ниәттәребеҙ бар», – ти Айгөл.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете
– Ҡайһы берәүҙәр ирҙән уңа. Тормош иптәше иҫерткес эсемлек менән мауыҡмай, яҡшы урында эшләй, ҡатыны өсөн өҙөлөп тора, балаларын баҡсаға алып йөрөй, өрмәгән ергә ултыртмай. Ә һин төҫкә-башҡа ла бынамын тигәнһең, тәртипле лә, донъяңды ла балҡытып тотаһың, ир, тип барыһын да эшләйһең, ә ул һине һанға һуҡмай, ҡәҙереңде белмәй. Ниңә улай икән тормошта? – ти ул.
Был һорауҙарға яуапты һәр кем үҙенән эҙләй. Өлөшөңә ниндәй көмөш төшә бит.
Айгөл тәбиғәттән һомғол кәүҙәле. Әммә ул бының өсөн дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итеүен, йыйырсыҡтар булдырмаҫҡа битенә һәр ваҡыт туҡландырыусы битлектәр яһауын әйтә.
«Айгөл иле» концерты менән тыуған ауылына ҡайтҡас, йыр уҡытыусыһы Хәлил Насип улы Ейәнбирҙин: «Айгөлгә атҡаҙанған исеме лә түгел, хәлилдәрҙән «халыҡ артисы» биреп ҡайтарам», – тип мәрәкәләүендә лә дөрөҫлөк бар. Әлегә йырсының бер яңғырауыҡлы исеме лә юҡ. Киләсәктә уның ижады лайыҡлы баһаланыр, тип ышанайыҡ. Айгөл наҙлы, йөрәктән сыҡҡан тауышы менән ул бүләктәргә күптән лайыҡ.
Ижади бәхет менән ҡатын-ҡыҙ бәхете айырылмай ул. Улар бер-береһен тулыландырып килә. Айгөл дә тормошонда шул аһәңде тыуҙырып йәшәй.
Гөлназ Ҡотоева.