-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Октябрь , 12:25

"Пушкин картаһы" Башҡортостанда уңышлы файҙаланыла

 Мәскәүҙә үткән беренсе “Пушкин картаһы. Премия” тантанаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы иң яҡшы төбәк концерт майҙаны тип танылып, абруйлы наградаға лайыҡ булды.

"Пушкин картаһы" Башҡортостанда уңышлы файҙаланыла
"Пушкин картаһы" Башҡортостанда уңышлы файҙаланыла

Башҡортостан “Пушкин картаһы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы урындарҙан төшмәй. Ошо көндәрҙә уңышлы эшләгән төбәктәрҙе тәбрикләү буйынса Мәскәүҙә үткән беренсе “Пушкин картаһы. Премия” тантанаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы иң яҡшы төбәк концерт майҙаны тип танылып, абруйлы наградаға лайыҡ булды. Тантанала РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, илдең мәҙәниәт министры Ольга Любимова ҡатнашты.

“Пушкин картаһы” программаһын бойомға ашыра башлағандан алып республикабыҙ алдынғылыҡты бирмәй. Мәртәбәле премияға ойошмалар дүрт критерий буйынса баһаланған: тамашасылар һаны, үткәрелгән саралар һаны, билеттарҙың уртаса хаҡы һәм программаның шарттарын күҙәтеү.

Төбәктәр эше бирелгән карталар һәм “Пушкин картаһы”нда ҡатнашҡан мәҙәни ойошмалар һаны, көнүҙәк проекттар һаны, мең кешегә һатылған билет күләме буйынса баһаланған. Башҡортостандан тыш, Татарстан Республикаһы, Кемеров, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Новгород, Брянск, Белгород, Ростов һәм Ҡурған өлкәләре лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.

Ольга Любимова әйтеүенсә, “Пушкин картаһы”н эшләтеп ебәреү һуңғы ун йыллыҡтағы иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе булған, сөнки программаға мәҙәниәт учреждениеларын төрлө йүнәлештә, шул иҫәптән технологик яҡтан да, индерергә тура килгән.

Шуныһын әйтергә кәрәк: “Пушкин картаһы” программаһы РФ Президенты В.В. Путин указы менән барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

 Фото: РФ Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-07/bash-ortostan-pushkin-karta-y-buyynsa-u-yshly-eshl-y-3957793

Автор:
Читайте нас: